3 декабрь, Шәмбе

08 апрель 2010 йыл, 10:36

Указға ҡул ҡуйылды

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

2010 йылдың 5 апрелендә Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов «Рәсәй Федерацияһында судтар эшмәкәрлеге хаҡындағы мәғлүмәттән файҙаланыуҙы тәьмин итеү тураһында” Федераль законды тормошҡа ашырыу буйынса саралар тураһында» Указға ҡул ҡуйҙы.

Указға ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенә республика вәкәләттәре сиктәрендә Башҡортостандың мировой судьялары эшмәкәрлеге хаҡындағы мәғлүмәттән файҙаланыуҙы тәьмин итеүгә бәйле мөнәсәбәттәрҙе хоҡуҡи көйләүҙе күҙаллаған закон проектын әҙерләргә һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға индерергә ҡушылды.

Республиканың Юстиция министрлығына Суд департаменты идаралығы менән Башҡортостан Республикаһының мировой судьялары эшмәкәрлеге хаҡындағы мәғлүмәттән файҙаланыуҙы тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса үҙ-ара эш итеү тураһында килешеү төҙөргә йөкмәтелде. Шулай уҡ республика Юстиция министрлығына 2010 йылдың 1 июленә рәсми сайттар эшен һәм мировой судьялар эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәт биреүҙе тәьмин итергә кәрәк.

Башҡортостан Республикаһы Конституция Судына  Башҡортостан Республикаһы вәкәләттәре сиктәрендә республиканың Конституция Суды эшмәкәрлеге хаҡындағы мәғлүмәттән файҙаланыуҙы тәьмин итеүгә бәйле мөнәсәбәттәрҙе хоҡуҡи көйләүҙе күҙаллаған закон проектын әҙерләргә һәм республика парламентына индерергә тәҡдим ителде.

Башҡортостан Хөкүмәтенә Башҡортостан Республикаһының мировой судьялары һәм Конституция Суды эшмәкәрлеге хаҡындағы мәғлүмәттән файҙаланыуҙы тәьмин итеүгә бәйле саралар сығанаҡтарын билдәләргә һәм финанслауҙы тәьмин итергә ҡушылды.

Указ ҡул ҡуйған көндән көсөнә инде.