10 декабрь, Шәмбе

08 апрель 2010 йыл, 9:34

Башҡортостандан «Урал моңо-2010»да ҡатнашыусылар майҙа билдәле буласаҡ

автор: Әлфиә Әһлиуллина

«Урал моңо–2010» төрки йәштәрҙең халыҡ-ара музыкаль ижад конкурс-фестивалендә Башҡортостан Республикаһынан кем ҡатнашасағы тураһындағы мәсьәлә әлегә асыҡ ҡалды. Жюри ағзалары – Светлана Слягузова менән Урал Иҙелбаев — Өфөлә үткән беренсе һайлап алыу туры йомғаҡтарына ҡарап ошондай ҡарарға килде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Урал моңо-2010» фестивале Башҡортостан баш ҡалаһында III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына ҡарата саралар сиктәрендә 3-4 июндә үтәсәк.

Мәғлүм булыуынса, «Урал моңо» фестиваленә һәр ҡатнашыусы ил иң көслө һәм иң һәләтле башҡарыусыларын сығара. Шуға күрә халыҡ-ара кимәлдә үҙен һынап ҡарау теләген үтә ҡыйыуҙар ғына белдерә. Мәҫәлән, Башҡортостан буйынса һайлап алыу турына ун солист, бер дуэт һәм ике вокаль-инструменталь ансамбль заявка бирҙе. Улар Өфө, Ишембай, Туймазы ҡалаларынан һәм Әлшәй районынан.

Бөтә сығыштарҙы тыңлап ҡарағандан һуң, жюри күҙ уңында тотолған ҡатнашыусыларҙы әңгәмәләшеүгә саҡырҙы. Уларҙың һәр береһенә вокал сифатын һәм сығыштың үҙен яҡшыртыу буйынса мөһим тәҡдимдәр бирелде. Конкурсанттар үҙҙәре быны яҡшы билдә итеп ҡабул итте, улар барыһы ла Өфөлә май айында үтәсәк ҡабаттан һайлап алыу турына саҡырылды бит. Төрки телле илдәрҙең йәштәр берләшмәләре араһында иң көтөп алынған музыкаль ижад ваҡиғаларының береһендә республикабыҙ исеменән сығыш яһаясаҡ башҡарыусыларҙың исемдәре тап шул саҡта аталасаҡ.