Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Бөгөн – Бөтә донъя һаулыҡ көнө

Сәйәсәт

Бөтә донъя һаулыҡ көнө бөгөн ер шарының 200 дәүләтендә билдәләнә. Был байрамдың тарихына 60 йылдан ашҡан – ул 1948 йылда Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ҡарары менән булдырыла.

Һаулыҡ көнө бөгөн бөтә донъяла һаулыҡ һаҡлау системаһы алдында торған глобаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Һәр йыл һайын һаулыҡ көнө айырым бер девиз аҫтында үткәрелә. Мәҫәлән, быйыл девиз итеп «1000 ҡала — 1000 ғүмер» һүҙҙәре алынған. Был Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының иғтибар үҙәгендә урбанизация һәм сәләмәтлек кеүек проблема тороуы менән бәйләнгән. Күп сәнәғәт предприятилары урынлашҡан ҙур ҡалалар халҡы төрлө ауырыуҙарға нығыраҡ бирешеүсән булыуы бер кемгә лә сер түгел бит. Шуға күрә Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тарафынан ҡалаларҙа сәләмәтләндереү саралары үткәреүгә йүнәлтелгән тотош бер программа эшләнгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть