6 декабрь, Шишәмбе

07 апрель 2010 йыл, 17:30

«Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы – 2010» конкурсының беренсе туры

автор: Эльмира Сабирова

Өфөлә «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы – 2010» педагогик оҫталыҡ конкурсы дауам итә. Унда бөтәһе 120-нән ашыу кеше ҡатнаша. Төп ярышта еңеүсе менән бер рәттән, рус теле һәм әҙәбиәтенән, татар теле һәм әҙәбиәтенән иң яҡшы уҡытыусылар билдәләнәсәк. Беренсе тур сиктәрендә унда ҡатнашыусы педагогтар тәжрибә уртаҡлаша, асыҡ дәрестәр үткәрә, инновацион педагогик проекттары менән таныштыра. 10 апрелдә башланасаҡ икенсе этапҡа һәр конкурста 15-әр ярымфиналсы үтәсәк. Улар алдында мастер-кластар үткәреү, халыҡ алдында лекция менән сығыш яһау һәм дебаттарҙа ҡатнашыу бурысы тора.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйылғы конкурс 20-се булып тора. БР мәғариф министры Зиннәт Аллаяров билдәләүенсә, конкурста ҡатнашыусыларҙың тәжрибәһе йылдан-йыл арта бара.

— Был конкурстар ысынлап та иң яҡшыларҙы асыҡларға мөмкинлек бирә, – тип таный жюри ағзалары. – Етмәһә, төрлө дисциплиналар педагогтары үҙ оҫталыҡтарын күрһәтә. Бынан тыш, быйыл ҡатнашыусылар араһында туғыҙ ир-егет булыуы ҡыуаныслы күренеш.

Еңеүселәрҙең исемдәре 13 апрелдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үтәсәк ябыу тантанаһында иғлан ителәсәк.

темалар: мәғариф