Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.28

EUR 69.64

11 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Сәсеү кампанияһына һуңғы әҙерлектәр бара

Иҡтисад

Республиканың ауыл хужалығы предприятиелары сираттағы сәсеү кампанияһына һуңғы әҙерлектәрен тамамлай. Был көндәрҙә күп муниципаль райондарҙа агрономик конференциялар үтә, уларҙа яҙғы баҫыу эштәре стратегияһы һәм тактикаһы билдәләнә. Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре быйылғы кампанияны һауа шарттарын һәм агротехник сроктарҙы иҫәпкә алып үткәреү буйынса рекомендациялар бирә. Техниканың әҙерлеге, сәсеү майҙандары структураһы, минераль ашламаларҙың күпме булыуы аныҡлана.

БР Ауыл хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Ауырғазы, Ҡыйғы, Күгәрсен, Шишмә, Саҡмағош, Шаран, Дәүләкән һәм Миәкә райондарында агрономик кәңәшмәләр үтте лә инде. Яҡындағы көндәрҙә республиканың ҡалған райондары аграрийҙары сәсеү стратегияһын тикшерәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть