Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.93 ↓

EUR 68.66 ↓

22 июль, Шәмбе

Уфа   °

Өфө ҡала Советында Башҡортостан Президенты Мөрәжәғәтнамәһен тикшерҙеләр

Сәйәсәт

Бөгөн Өфө ҡала Советында “Башҡортостан Республикаһы Президентының Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһе

“Башҡортостанды артабан модернизациялау: ХХI быуатта именлеккә һәм сәскә атыуға илтеүсе юл” тураһында” йәмәғәт тыңлауҙары үтте. Республика өсөн был программа документын тикшерергә БР Президенты Хакимиәте вәкилдәре, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай һәм Өфө ҡала Советы депутаттары, Өфө райондары хакимиәт башлыҡтары, предприятиелар һәм ойошмалар етәкселәре, ҡала йәмәғәтселеге йыйылды.

Һуңғы тиҫтә йылда Президенттың Ҡоролтайға һәм Башҡортостандың бөтә халҡына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе изге традицияға ғына түгел, шулай уҡ республика ижтимағи-сәйәси тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнде. Мөрәжәғәтнамәлә йәмғиәтебеҙ тормошоноң бөтә өлкәләре сағылыш таба. Был документ төбәк үҫешендә уҙған осорға йомғаҡ яһай, унда шулай уҡ яҡын киләсәккә аныҡ бурыстар ҙа билдәләнә.

Былтыр «Берҙәм Рәсәй» партияһы фракцияһы инициативаһы менән республика баш ҡалаһында Президент Мөрәжәғәтнамәһе буйынса тәүге тапҡыр йәмәғәт тыңлауҙары үткәрелде. Мөһим сәйәси документты тикшереүҙең бындай формаһы властың халыҡ менән аралашыуының һөҙөмтәле формаһы булып сыҡты. Шуға күрә быйыл да ошондай уҡ тыңлауҙар үткәрергә ҡарар ителде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть