Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан студенттары «Беҙ – сәләмәт йәшәү рәүеше өсөн!» форумында ҡатнаша

Йәмғиәт

Башҡортостан юғары уҡыу йорттары студенттары һәм уҡытыусылары Иваново ҡалаһында барған “Беҙ – сәләмәт йәшәү рәүеше өсөн!” беренсе Бөтә Рәсәй форумында ҡатнаша. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, был форум юғары уҡыу йорттары араһында федераль конкурс сиктәрендә йомғаҡлау сараһы булып торасаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ул былтыр йыл аҙағында башланғайны. Конкурс эштәренә экспертиза һөҙөмтәләре буйынса финал этабында ҡатнашыусылар билдәләнде. Улар иҫәбендә – Башҡортостандан йәштәр проекттары ла. Бөтәһе илдең 300-ҙән ашыу вузы заявка бирҙе.

Иң яҡшыларҙың исемдәре 8 апрелдә иғлан ителәсәк. Форум программаһында шулай уҡ — ҡатнашыусыларҙың юғары уҡыу йорттарында осрашыуҙары, студенттар һәм уҡытыусылар араһында сәләмәт йәшәү рәүеше тәрбиәләү проблемалары буйынса вуз ректораттары вәкилдәренең түңәрәк өҫтәлдәре, «Беҙ — сәләмәт йәшәү рәүеше өсөн» йәштәр спорт байрамы, форумда ҡатнашыусыларҙың проекттары менән таныштырыу.

Вуз КВН командаларының һайлап алыу турҙары финалы форумдың төп ваҡиғаһы булып торасаҡ.

Теги: йәштәр
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть