9 декабрь, Йома

07 апрель 2010 йыл, 14:23

Тағы бер ит комбинаты барлыҡҡа килде

автор: Ғәлиә Нәбиева

Сибайҙа колбаса изделиелары сығарыу буйынса яңы предприятие — «Башҡорт колбасалары» ит комбинаты» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте рәсми рәүештә асылды. Яңы бәләкәй бизнес предприятиеһы етәксеһе Ринат Ильясов һөйләүенсә, производствоны технологик асыу мартта уҡ үткәрелгән. Тәүге айҙа «Башҡорт колбасалары» 20 тоннанан ашыу продукция сығарған. Уның тәмен Башҡортостандың Көньяҡ Урал төбәге халҡы баһалап өлгөрҙө лә инде. Сибайҙар колбаса изделиеларын аҙлап Өфө, Бәләбәй, Туймазы һәм Магнитогорскиға ла оҙата. Яңы продукцияға талап ярайһы уҡ юғары. Шуның менән бәйле предприятие производство ҡеүәттәрен киңәйтергә һәм өҫтәмә ҡорамалдар һатып алырға планлаштыра.

Бөгөн «Башҡорт колбасалары» ҡеүәте йылына 800 тоннаға тиклем продукция сығарырға мөмкинлек бирә. Ит комбинатында әлеге ваҡытта колбасаның 22 төрө етештерелә. Яҡын киләсәктә 70 төргә еткерергә планлаштыралар. Предприятие башлыса урындағы сеймалды файҙалана.