Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.41 ↓

EUR 69.64 ↑

28 июль, Йома

Уфа   °

Өфөлә «Инновациялар салоны» махсус күргәҙмәһе асылды

Иҡтисад

Бөгөн Өфөлә “Аҡбуҙат” ипподромы холында 2008 — 2010 йылдарға БР-ҙың Республика маҡсатлы инновацион программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ойошторолған “Инновациялар салоны” махсус күргәҙмәһе асылды. Уны асыу тантанаһында БР Хөкүмәте вице-премьеры, сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министры Юрий Пустовгаров, республиканың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Алексей Никин һәм башҡа рәсми кешеләр ҡатнашты.

Сара «Инвестициялар – инновацияларға,  инновациялар – инвестицияларға» девизы аҫтында үтә һәм Республика йылына арналған. Күргәҙмә БР Сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министрлығы, БР Фәндәр академияһы, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы тарафынан, БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы, БР Иҡтисади үҫеш министрлығы, Рәсәй Федерацияһы Үҙәк банкыһының БР Милли банкыһы, Башҡортостан юғары уҡыу йорттары ҡатнашлығында ойошторолдо.

“Инновациялар салоны”ның төп маҡсаты — Башҡортостандағы инновация системаһын артабан үҫтереү стратегияһын эшләү. Күргәҙмә  сәнәғәт һәм фән ҡаҙаныштарын һәм мөмкинлектәрен күрһәтеүгә, иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында ҡорамалдарҙың, материалдарҙың, алдынғы технологияларҙың заманса өлгөләрен, фәнни-техник сиселештәр һәм инновацион проекттар эшләүгә йүнәлтелә.

“Инновациялар салоны” сиктәрендә  бай эш программаһы – БР Сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министрлығы коллегияһының “Башҡортостан Республикаһында кластер сәйәсәтен тормошҡа ашырыу тураһында” ултырышы, “Башҡортостан Республикаһында кластер инициативалары” проекты, республиканың инновацион һәм инвестицион инфраструктураһы объекттары менән таныштырыу, “түңәрәк өҫтәл”дәр, семинарҙар үткәреү ҡарала.

“Инновациялар салоны” өс көн дауам итәсәк. Ул ҡатнашыусыларҙы бүләкләү һәм мәктәп иншалары конкурсына йомғаҡ яһау менән тамамланасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть