4 декабрь, Йәкшәмбе

07 апрель 2010 йыл, 12:46

Хеҙмәт баҙарында көсөргәнеште кәметеү буйынса өҫтәмә саралар программаһы раҫланды

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, 2009 йылда файҙаланылмаған маҡсатлы субсидиялар средстволары ҡалдыҡтарын Башҡортостан Республикаһы бюджетына кире ҡайтарыу иҫәбенә тормошҡа ашырылған һәм 2010 йылда Башҡортостан Республикаһы хеҙмәт баҙарында көсөргәнеште кәметеүгә йүнәлтелгән өҫтәмә сараларҙың Республика программаһын раҫлау тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.

Программа эштән сығарыу ҡурҡынысы янаған хеҙмәткәрҙәрҙе өҫтәмә эш менән тәьмин итеү, теркәлгән эшһеҙлек кимәленең үҫеүен тотҡарлау өсөн шарттар булдырыу маҡсатында эшләнгән.

БР Хөкүмәтенә Республика программаһы сараларын ваҡытында бойомға ашырыуҙы тәьмин итергә ҡушылды.