8 декабрь, Кесе йома

07 апрель 2010 йыл, 12:20

РФ ауыл хужалығы министры Рәсәй ауыл йәштәре союзы лидерҙары менән осрашты

автор: Марина Шумилова

Күптән түгел Рәсәй Федерацияһы ауыл хужалығы министры Елена Скрынник Рәсәй ауыл йәштәре союзы һәм студент йәштәр ойошмалары вәкилдәре менән кәңәшмә үткәрҙе. Унда РФ Ауыл хужалығы министрлығының Рәсәй ауыл йәштәре союзы менән хеҙмәттәшлегенең төп йүнәлештәре тикшерелде. Башҡортостандан был кәңәшмәлә Рәсәй ауыл йәштәре союзының Башҡортостан төбәк бүлексәһе етәксеһе, Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары  һәм аспиранттарының профсоюз рәйесе урынбаҫары Андрей Конов ҡатнашты.

Елена Скрынник Министрлыҡтың структура подразделениелары етәкселәренә «Рәсәй агросәнәғәт комплексын инновацион үҫтереүҙә йәштәр агробизнесы» форумын «Алтын көҙ-2010» күргәҙмәһенең төп программаһына индерергә, ә төбәк министрлыҡтарына үҙ рәсми сайттарында «электрон вакансиялар базаһы»н булдырыуҙы тәҡдим итергә ҡушты.

Министрлыҡ һәм Рәсәй ауыл йәштәре союзы дөйөм проекты менән аграр вуздарҙың иң яҡшы студенттары хаҡында мәғлүмәттәр базаһы булдырыласаҡ. Был база «Министрҙың кадрҙар резервы» тип аталасаҡ.

Кәңәшмәлә Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының юғары уҡыу йорттары студенттар отрядтары командиры Алексей Токмаков, Рәсәй ауыл йәштәре союзының мәғлүмәт хеҙмәте етәксеһе Анна Кашина сығыш яһаны. Андрей Конов Ауыл йәштәре союзының Башҡортостан төбәк бүлексәһе эшмәкәрлеге тураһында доклад менән сығыш яһаны.