6 декабрь, Шишәмбе

07 апрель 2010 йыл, 11:44

Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы граждандар йәмғиәте хәле тураһында доклад әҙерләне

автор: Сергей Захаров

Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы 2009 йылда республиканың граждандар йәмғиәтенең хәле тураһында үҙ тарихында тәүге доклад баҫып сығарҙы.

Ул «Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы тураһында» БР Законының 21-се статьяһына ярашлы, республиканың дәүләт, иҡтисади һәм социаль үҫешенең мөһим проблемаларын асыҡтан-асыҡ тикшереүҙе тәьмин итеү, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары тарафынан ҡарар ҡабул иткәндә йәмәғәтселек фекерен иҫәпкә алыу механизмын камиллаштырыу, граждандар йәмғиәте институттарын ойоштороуға булышлыҡ итеү маҡсатында әҙерләнде.

Докладты әҙерләү барышында Палата эксперттары мониторингтар үткәрҙе, һорау алыуҙар аша йәмәғәтселек фекерен өйрәнде, бик күп статистик мәғлүмәттәргә һәм аналитик материалдарға анализ яһаны.

Йәмәғәт палатаһы ағзаларының фекеренсә, доклад йәмәғәт һәм хоҡуҡ һаҡлау ойошмалары активистарына, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәргә, ғилми берләшмә вәкилдәренә көндәлек эштәрендә ярҙам итәсәк, шулай уҡ XXI быуатта республикалағы граждандар йәмғиәтенең үҫеш проблемалары менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың барыһына ла файҙалы буласаҡ.

БР йәмәғәт палатаһының йыллыҡ эксперт доклады менән түбәндә танышырға мөмкин: Йыллыҡ докладтын тулы тексы.