8 декабрь, Кесе йома

07 апрель 2010 йыл, 10:44

Аграрийҙар ашламалар запасы булдыра

автор: Ғәлиә Нәбиева

Минераль ашламаларҙы ваҡытында индереү уңдырышһыҙ тупраҡ сифатын яҡшыртырға һәм сәселгән культуралар уңышын күтәрергә булышлыҡ итә. Техниканы һәм орлоктарҙы алдағы сәсеү кампанияһына әҙерләү менән бер рәттән республика аграрийҙары кәрәкле минераль ашламалар запасы ла булдыра. Башҡортостанда бер нисә предприятие минераль ашламалар сығара.

БР Ауыл хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 6 апрелгә республика хужалыҡтарында билдәле бер запас булдырылған. Атап әйткәндә, Саҡмағош районына 2587 тонна, йәғни сәсеүлектәрҙең һәр гектарына 32,2-шәр килограмм ашлама килтерелгән. Стәрлетамаҡ районында минераль ашламалар запастары 3450 тонна тәшкил итә, йәғни һәр гектарға 29,7 килограмм. Дүртөйлөләр 1385,4 тонна минераль ашламалар әҙерләгән – гектарына уртаса 21,1¬-әр килограмм. Был райондар — эштәрҙең был төрөндә хеҙмәт ярышы лидерҙары.

Яҙғы баҫыу эштәре башланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды, шуға күрә ауыл халҡына ашығырға тура килә. Минераль ашламалар күп йыллыҡ үләндәрҙе ашлау өсөн дә кәрәк буласаҡ, улар сәскәндә орлоҡтар менән бергә индереләсәк.