Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.92 ↑

EUR 70.37 ↑

16 август, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда кластер сәйәсәте үҫешә

Иҡтисад

Өфө урман хужалығы техникумында Германиянан делегация булып китте, ул Башҡортостанға республиканың кластер сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса кәңәшмәлә ҡатнашыу өсөн килгән. Сара бөгөн Өфөлә асыласаҡ «Инновациялар салоны» күргәҙмәһе сиктәрендә үтте.

Беҙҙең төбәктә кластерҙарҙы үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә, кластер технологияларын файҙаланыу ярайһы уҡ перспективалы йүнәлеш. Шул иҫәптән ағас эшкәртеү өлкәһендә лә. Тармаҡ өсөн профессиональ кадрҙар әҙерләүсе Өфө урман хужалығы техникумы бында ҙур роль уйнай.

Немец делегацияһы техникумдың уҡыу һәм техник базаһы менән танышты. Берлиндағы Немец иҡтисади тикшеренеүҙәр институтының өлкән эксперты Курт Хорншильд әйтеүенсә, Өфө уҡыу йорто буласаҡ белгестәр әҙерләү өсөн лайыҡлы урын булып тора.

— Германия менән Башҡортостан араһында республиканың сәнәғәт сәйәсәтен модернизациялау буйынса проект тураһында килешеү төҙөлгән. Шуның менән бәйле, беҙ кластерҙарҙы үҫтереү тураһында фекерҙәребеҙ менән даими уртаҡлашабыҙ, — ти Курт Хорншильд. — Даими рәүештә яңы технологиялар эҙләйбеҙ. Шуныһы мөһим, бөгөн ағасты бынан 20 йыл элек күҙ алдына ла килтермәгән тармаҡтарҙа файҙаланырға мөмкин. Атап әйткәндә, туризм тармағында, мебель етештереүҙә һәм башҡа өлкәләрҙә. Ләкин бының өсөн инфраструктураны үҫтерергә, инвестициялар табырға, эшсе көстәрҙе йәлеп итергә кәрәк. Өфө урман хужалығы техникумы был проблеманы уңышлы хәл итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть