7 декабрь, Шаршамбы

07 апрель 2010 йыл, 9:39

Чехияның финанс министры Эдуард Янота етәкселегендә делегация килеүе көтөлә

автор: Эльвира Латипова

Бөгөн, 7 апрелдә, Башҡортостанға Чехияның финанс министры Эдуард Янота етәкселегендә Чехия Республикаһы делегацияһы килеүе көтөлә.

Программаға ярашлы, 8 апрелдә делегация ағзаларының БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев менән рәсми осрашыуы планлаштырылған. Шул уҡ көндө БР Ауыл хужалығы министрлығында Чехия һәм Башҡортостан эшлекле даирәләре вәкилдәренең бизнес-осрашыуы үткәреләсәк һәм һөйләшеүҙәр алып барыласаҡ. Ҡунаҡтар шулай уҡ православие ғибәҙәтханаһына һәм Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Этнографик тикшеренеүҙәр үҙәгенең Археология һәм этнография музейына барырға ниәтләй.

Йома көндө Чехия Республикаһы менән Башҡортостан Республикаһы араһында Сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек буйынса эшсе төркөмдөң ултырышы үткәреләсәк. Көндөң икенсе яртыһында ҡунаҡтар «Аллоплант» Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәгенә барасаҡ, бында уның генераль директоры Эрнст Мулдашев менән осрашасаҡ.

Шәмбе – сәфәрҙең һуңғы көнөндә –Чехия Республикаһы делегацияһының БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, финанс министры Айрат Ғәскәров менән осрашыуы планлаштырылған. Шунан һуң БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы линияһы буйынса ҡайһы бер инвестицион проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса эш кәңәшмәһе үткәреләсәк.