3 декабрь, Шәмбе

06 апрель 2010 йыл, 18:09

Мысырҙа «Башҡортостан – Рәсәй ынйыһы» фотокүргәҙмәһе үтте

автор: Евгений Рәхимҡолов

Республика Йылына арналған «Башҡортостан – Рәсәй ынйыһы» фотокүргәҙмәһе Мысырҙың Хургада ҡалаһында үтте. Уны был илдәге беренсе Рәсәй мәктәбе нигеҙендә Мысырҙың «Әл-Әзһәр» Халыҡ-ара ислам университетында белем алыусы студенттар менән осрашыу өсөн бында килгән Башҡортостан делегацияһы ағзалары ойошторҙо.

Делегация составы алты кешенән тора. Улар иҫәбендә БР мосолмандары Диниә назараты рәйесенең мәғариф, тышҡы бәйләнештәр һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса урынбаҫары Руслан Сәйәхов, Кинйә Арыҫланов исемендәге Хәйриә фонды вице-президенты Салауат Юлбарыҫов, РФ һәм РБ-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР Фоторәссамдар ойошмаһы рәйесе Рәмил Килмәмәтов та бар.  Тәүге тапҡыр бындай делегация составына ҡатын-ҡыҙҙар – республикабыҙҙың йәмәғәт эшмәкәрҙәре индерелде, улар сәфәр барышында Ҡаһирәлә белем алыусы Башҡортостан студенттарының нимәгә мохтажлыҡ кисереүен белеште, ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итергә тырышты.

Хургадала Рәмил Килмәмәтовтың эштәренән торған күргәҙмәне ойоштороуҙан тыш, делегация ағзалары беҙҙең республиканан килгән студенттар, Мысырҙағы Рәсәй Федерацияһы Илселеге, Мысырҙағы Рәсәй Федерацияһы Илселеге ҡарамағындағы Рәсәй фән һәм мәҙәниәт үҙеге вәкилдәре менән осрашыуҙар ойошторҙо, шулай уҡ  «Әл-Әзһәр» университеты етәкселеге саҡырыуы буйынса халыҡ-ара студенттар күргәҙмәһен асыу тантанаһында ҡатнашты.

Рәмил Килмәмәтов менән сәфәр барышында Мысырҙағы Башҡортостан студенттарының  тормошо хаҡында бай фото- һәм видеоматериалдар коллекцияһы тупланған, уларҙан яҡын арала айырым күргәҙмә әҙерләү планлаштырыла.

Әлеге ваҡытта делегация вәкилдәре Мысырҙан Тыуған илебеҙгә әйләнеп ҡайтҡан.