9 декабрь, Йома

06 апрель 2010 йыл, 15:25

Һөтлө малсылыҡтың иң яҡшы күрһәткестәре – Стәрлетамаҡ районында

автор: Ғәлиә Нәбиева

Стәрлетамаҡ районы малсылары һөт етештереү буйынса алдынғылыҡты һаҡлай. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, район хужалыҡтарында бер һыйырҙан тәүлегенә уртаса 17 килограмм һөт һауыла. Уҙған йыл күрһәткесенән был 800 грамға күберәк.

Район ауыл хужалығы предприятиелары буйынса йыл башынан алып бер һыйырҙан һауым уртаса 1388 килограмм тәшкил иткән, уҙған йыл менән сағыштырғанда был 40 килограмға артығыраҡ. Район буйынса йыл башынан алып тулайым һауым 11149 тонна тәшкил иткән, 9578 тонна һөт һатыуға сығарылған.