4 декабрь, Йәкшәмбе

06 апрель 2010 йыл, 15:16

Анадолу" төрөк мәғлүмәт агентлығы 90 йыллыҡ юбилейын билдәләй

автор: "Башинформ"

“Анадолу" төрөк мәғлүмәт агентлығына 90 йыл. "Анадолу" агентлығы Төркиәнең иң ҙур һәм төп мәғлүмәт агентлығы иҫәпләнә, ул бар донъяла билдәле һәм ҙур һорау менән файҙалана.

"Анадолу Аджансы" мәғлүмәт агентлығы 1920 йылда Төркиә Республикаһын нигеҙләүсе Мостафа Кемаль Ататөрөк инициативы менән ойошторолған. Әлеге ваҡытта уның Төркиәлә 14 төбәк бүлексәһе һәм 30 бюроһы бар. Илдән ситтә агентлыҡ 20 сит ил кореспондент пунктын булдырған.

"Анадолу"агентлығы, "АзерТАдж" (Әзербайжан), «Казинформ» (Ҡаҙағстан), «Кабар» (Ҡырғыҙстан), "Башинформ" (Рәсәй, Башҡортостан), «Татар-информ» (Рәсәй, Татарстан),  «Крымские Новости» (Ҡырым Автономиялы Республикаһы, Украина) мәғлүмәт агентлыҡтары менән берлектә, Төрки телле яңылыҡтар агентлығы берекмәһенә инә (ТКА).

"Башинформ" агентлығына «Анадолу» агентлығының генераль директоры Хилми Бенгиның хәбәр итеүенсә, Анкараға юбилейға күп кенә төрки телле илдәрҙән рәсми делегацияларҙың, иҫәпһеҙ сит ил ҡунаҡтарының, журналистарҙың килеүе көтөлә.

Юбилей саралары программаһында Кемаль Ататөрөк музейына, Азатлыҡ музейына барыу, Төркиәнең милли ассамблеяһының һәм “Анадолу” агентлығының 90 йыллығына арналған фотокүргәҙмәне асыу ҡаралған. "Анадолу" агентлығының юбилейына арналған рәсми тантана агентлыҡтың конференц-холында үтәсәк, ҡунаҡтар шулай уҡ «Анадолу» архивын, сәнғәт күргәҙмәһен тантаналы асыуҙа ла ҡатнашасаҡ.  

Төркиәнең Генераль Ассамблеяһында агентлыҡ юбилейы айҡанлы тантаналы ҡабул итеү, шулай уҡ фортепиана концерты үтәсәк.

Ҡунаҡтар Измирға ла барасаҡ, унда ла «Анадолу» агентлығының 90 йыллығына арналған рәсми тантана ойоштороу планлаштырыла.

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы төрөк хеҙмәттәштәребеҙҙе 90 йыллыҡ юбилейы менән ихлас ҡотлай, бар коллективҡа оҙайлы ижади ғүмер, эшендә артабан да уңыштар, уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуы кәмемәүен һәм "Анадолу" агентлығы продукцияһын ҡулланыусылар алдында абруйы артыуын теләй.