Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

Өфөнөң Орджоникидзе районы эшҡыуарҙары конференция үткәрә

Иҡтисад

9 апрелдә Өфөнөң Орджоникидзе районы эшҡыуарҙарының конференцияһы үтәсәк. Уны район хакимиәте ярҙамында һәм Өфө ҡала бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам һәм үҫеш фонды вәкиллеге ҡатнашлығында Орджоникидзе районы эшҡыуарҙары берекмәһе ойоштора.

Ойоштороу комитеты мәғлүмәте буйынса, конференцияла 100-ҙән ашыу бәләкәй һәм урта бизнес субъекттары предприятиелары етәкселәре, Өфө ҡалаһы ҡала округы Советы депутаттары, БР Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты, ҡала хакимиәте, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, “Рәсәй таянысы” бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлеге вәкилдәре һәм киң мәғлүмәт саралары ҡатнаша.

Конференция дауамында районда эшҡыуарлыҡ үҫеше тураһында доклад тыңланасаҡ, слайдтар күрһәтеләсәк. Күргәҙмә-сауҙа ойошторолған урында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары етештергән продукция менән танышырға, уларҙың эшмәкәрлеге хаҡында мәғлүмәт алырға мөмкинлек буласаҡ.

Конференция Орджоникидзе районы хакимиәтенең ҙур залында 11.00-дә асыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть