8 декабрь, Кесе йома

06 апрель 2010 йыл, 13:19

Өфөлә «Артериаль баҫымыңды тикшер» акцияһы үтә

автор: Әлфиә Әһлиуллина

7- 9 апрелдә Башҡортостан ҡалалары һәм ауылдарында Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау көнөнә ҡарата «Артериаль баҫымыңды тикшер» акцияһы үткәрелә. «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сара дауамында «Башфармация» сауҙа селтәре дарыуханаларында һәм «Монетка» сауҙа селтәре магазиндарында халыҡтың ҡан баҫымын тикшереү планлаштырыла.

Шулай уҡ акция барған көндәрҙә иртәнге 10-дан төшкө сәғәт 2-гә тиклем Республика кардиология диспансерының консультатив поликлиникаһының беренсе ҡатында һәм терапия корпусы вестибюлендә теләге булған һәр кем артериаль баҫымын үлсәтә аласаҡ.

темалар: һаулыҡ һаҡлау