7 декабрь, Шаршамбы

06 апрель 2010 йыл, 13:08

Башҡортостандың баш ҡалаһында «Туризм. Спорт. Ял. Рәсәй шифаханалары» төбәк-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһе асылды

автор: Дмитрий Слезин

6 — 8 апрелдә Өфөлә, «Нефтселәр» мәҙәниәт һарайында, юбилейлы X «Туризм. Спорт. Ял. Рәсәй шифаханалары» төбәк-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһе асылды.

Күргәҙмәне БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы ярҙамында, республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм Башҡорт дәүләт медицина университетының Тергеҙеү медицинаһы һәм курортология фәнни-тикшеренеү институты ҡатнашлығында «БашЭКСПО» күргәҙмә үҙәге ойошторҙо.

Күргәҙмәне асыу тантанаһында БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министры Александр Никерин, БР Иҡтисади үҫеш министры, ойоштороу комитеты рәйесе Евгений Евтушенко, БР Хөкүмәт Аппараты һәм БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вәкилдәре булды.

Күргәҙмә эшендә Башҡортостан райондарынан һәм Рәсәй төбәктәренән 140-тан ашыу вәкил ҡатнаша. Тәүге тапҡыр бында БР Мәғариф министрлығы һәм республиканың Һөнәрселек палатаһы стендтары ҡуйылған.  

Александр Никерин күргәҙмәлә ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы тәбрикләне:

— Юбилейлы X «Туризм. Спорт. Ял. Рәсәй шифаханалары» төбәк-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһен үткәреү беҙгә яуаплылыҡ өҫтәй. Был сарала Швейцария, Ҡытай, Германия, Украина кеүек сит илдәрҙән ҡунаҡтар ҡатнашыуын оло ҡыуаныс менән билдәләйем.

Туриндустрияға республикала етди иғтибар бирелә, — тип дауам итте һүҙен Никерин. — БР Президентының БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә туриндустрияның республиканың именлеге һәм иҡтисади үҫеш нигеҙе булыуы һыҙыҡ өҫтөнә алына.

Башҡортостан Республикаһы күргәҙмәлә ҡуйылған инновацион идеялары һәм проекттары менән ғорурлана. Улар Башҡортостан Республикаһы турнавигаторҙары һәм туркемпингылар. Тағы бер тапҡыр билдәләргә теләйем, БР Хөкүмәте менән Бөрйән районында туркемпинг пилот проектын бойомға ашырыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Киләсәк тап ошо проекттарҙа.

Александр Павлович туристик тармаҡтың республика халҡы өсөн әһәмиәтен билдәләне:

— Башҡортостанда 600 меңдән ашыу кеше һауыҡтырыу туризмының төрлө формалары менән шөғөлләнә. Һәм бөгөнгө көндә Башҡортостанда булдырылған курорт-һауыҡтырыу системаһы тәү сиратта республика халҡын һәм Рәсәй Федерацияһы халҡын сәләмәтләндереүгә йүнәлтелгән. Беҙҙең республиканы Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдә Уралдың һәм бөтә Рәсәйҙең иң матур төбәктәренең береһе тип баһалайбыҙ.

— Республикала туризмдың нисек үҫешеүе хаҡында ҡунаҡтарыбыҙға ҙур ҡәнәғәтлек менән һөйләйәсәкбеҙ, – тип йомғаҡланы сығышын Александр Никерин.

Йылы һүҙҙәре менән ҡунаҡтарҙы һәм ҡатнашыусыларҙы Евгений Евтушенко ла сәләмләне.

— Республиканың ҙур туристик потенциалы бар, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте был иҡтисади эшмәкәрлеккә осраҡлы ғына иғтибар бирмәй.

Ошо арала БР Хөкүмәте Туризм үҫеше буйынса ведомство-ара комиссия ойоштороу тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы, уны БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сәлих улы Сарбаев етәкләйәсәк. Иҡтисад тармағына был иң юғары кимәлдә иғтибар бирелеүе тураһында һөйләй. Күргәҙмәлә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла яңы емешле контакттар, яңы клиенттар табыуын теләйем.

Юбилейлы X «Туризм. Спорт. Ял. Рәсәй шифаханалары» төбәк-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһе Өфөлә 6-8 апрелдә үтә.

Ҡунаҡтарҙы бай эш программаһы, ғилми-ғәмәли семинарҙар, “түңәрәк өҫтәлдәр”, форумдар көтә.