11 декабрь, Йәкшәмбе

06 апрель 2010 йыл, 12:18

Мортаза Рәхимов РФ Именлек Советының Волга буйы федераль округы Советы менән берлектәге кәңәшмәһендә ҡатнаша

автор: БР Хөкүмәтенең мабуғат хеҙмәте

Бөгөн Ульяновскиҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Рәсәй Федерацияһы Именлек Советының Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Советы менән берлектәге кәңәшмәһе эшендә ҡатнаша.

РФ Именлек Советы секретаре Николай Патрушев рәйеслегендәге ултырышта ҡатнашыусылар Волга буйы федераль округына ҡараған Рәсәй субъекттары территорияһында авиацион эшмәкәрлек өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен камиллаштырыу мәсьәләһен тикшерәсәк. Шулай уҡ кәңәшмәлә осоштар хәүефһеҙлеген күтәреү буйынса саралар ҙа ҡараласаҡ.