Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Буласаҡ аграрийҙарҙы ауылда көтәләр

Иҡтисад

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы йола буйынса Башҡорт дәүләт аграр университеты сығарылышының муниципаль район хакимиәттәре менән осрашыуҙарын үткәрә. 2009-2010 уҡыу йылында бындай 14 осрашыу ойошторолған. Республиканың агросәнәғәт комплексын квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итеү һәм йәштәрҙе эшкә урынлаштырыу – был осрашыуҙарҙың төп маҡсаты.

8 апрелдә Башҡорт дәүләт аграр университетында сираттағы осрашыу үтә. Был юлы Бөрйән районынан уҡырға килгән студенттар һәм муниципаль район хакимиәте йыйыла. БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 9 апрелдә Ҡырмыҫҡалы районында урындағы властар БДАУ-ның бишенсе курс студенттары менән осрашасаҡ, 14 апрелдә – Ауырғазы районынан бишенсе курс студенттары БДАУ-ның ҙур залында район етәкселәре менән осрашыуға йыйыла.

Яҡын арала йәнә Ғафури, Благовар, Белорет, Хәйбулла, Әлшәй, Федоровка муниципаль райондары хакимиәте етәкселәре яҡташтары – Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары менән осрашыу үткәрергә ниәтләй

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть