9 декабрь, Йома

06 апрель 2010 йыл, 11:46

"Газпром трансгаз Өфө" йәмғиәтендә экологик программа раҫланды

автор: Юлай Мәғсүмов

«Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте файҙаланылған объекттарҙың экологик именлеген тәьмин итеү мәсьәләләренә, тәбиғи ресурстарҙы рациональ файҙаланыуға даими ҙур иғтибар бүлә. Һуңғы 5 йылда тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға йүнәлтелгән сараларға Йәмғиәт 250 миллион һумдан ашыу аҡса бүлде.

«Газпром трансгаз Өфө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең был йүнәлештәге ҡаҙаныштары юғары кимәлдә юғары баһаланды: компания «Юғары экологик мәҙәниәтле предприятие» исеменә республика конкурсы дипломанты булды.

2010 йылдың мартында генераль директор Сергей Пашин тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә корпоратив программаны раҫланы. Унда Йәмғиәттең экологик эшмәкәрлек принциптары ғына түгел, уны тормошҡа ашырыу механизмдары ла ентекле бирелгән.