11 декабрь, Йәкшәмбе

06 апрель 2010 йыл, 11:22

15 апрелдә Октябрьскиҙа ҡала башҡорттарына арналған ғилми-ғәмәли конференция үтәсәк

автор: Марина Шумилова

Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты,  Октябрьский ҡалаһы ҡала округы хакимиәте, Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты 15 апрелдә  Октябрьский ҡалаһында VI «Ҡала башҡорттары: тел һәм демография мәсьәләләре» төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияһын үткәрә.

III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алдынан ойошторолоусы фәнни форум Өфө дәүләт нефть техник университеты филиалы нигеҙендә үтәсәк. Унда хәҙерге заман шарттарында башҡорт этносының конструктив үҫеше менән ҡыҙыҡһынған тарихсы-ғалимдар, этнологтар, демографтар, политологтар, филологтар, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, юстиция өлкәһе белгестәре ҡатнашасаҡ. Конференцияла шулай уҡ Башҡортостандың көнбайыш төбәге башҡорттары делегацияһы ла ҡатнаша.  

Фәнни форум ҡала башҡорттары формалашыуы тарихын, Башҡортостан Республикаһының көнбайыш төбәгендә тел мәсьәләһен, ҡала шарттарында телдең ҡулланылышын, милли кадрҙар әҙерлегендә профориентацион эште, этнос-ара мөнәсәбәтте һәм милли үҙаң проблемаларын, башҡорттар урбанизацияһы процестарын һәм этник йөҙөн һаҡлауҙы, ҡала шарттарында милли мәғариф һәм тәрбиә мәсьәләһен, шулай уҡ ҡала халҡы сәләмәтлеге һәм демография менән бәйле һорауҙарҙы тикшерәсәк.

Ҡала башҡорттарына арналған ғилми-ғәмәли конференция йолаға әйләнде һәм ике йылға бер тапҡыр үткәрелеп килә. Бынан алдағы конференциялар Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала һәм Бөрөлә ойошторолдо. Уларҙа телде һаҡлау, милли мәҙәниәт, демография, башҡорт халҡы һаулығы кеүек төрлө проблемалар ҡаралды. III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек сиктәрендә үткәрелгән VI «Ҡала башҡорттары: тел һәм демография мәсьәләләре» ғилми-ғәмәли конференцияһы ла урбанизация шарттарында башҡорттарҙың көнүҙәк булып ҡалған демографик, тел һәм милли проблемаларын хәл итеү юлдарын эҙләйәсәк.