9 декабрь, Йома

06 апрель 2010 йыл, 11:05

Роспотребнадзор 5 партия сифатһыҙ аҙыҡ продукцияһын бракка сығарҙы

автор: Ғәлиә Нәбиева

Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса Идаралығы 95 объектта тикшереүҙәр үткәрҙе, тикшереү барышында биш килограмм ауырлығында биш партия сифатһыҙ аҙыҡ продукцияһы бракка сығарылды.  

Инспекторҙар «Универсал-Трейдинг» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең «Матрица» магазинын, «Золотой век» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен, «Водолей» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен, «Компания А» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен, «Стройсмесь» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен, шәхси эшҡыуар Р.А.Хафизованың «Эллен» бөҙрәханаһын, шәхси эшҡыуар Никитинаның «Флора Декор» сәскәләр магазинын, шәхси эшҡыуар Л.Р. Иконникованың «Далли» бөҙрәханаһын, «Смайл» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен, Өфө районының «Йоматау» шифаханаһы ҡасабаһының «Дюймовочка» балалар баҡсаһын, Өфөнөң Орджоникидзе районы 306-сы балалар баҡсаһын, айырым предметтарҙы тәрәнтен өйрәнеүсе «Альфа» урта белем биреү мәктәбен һәм башҡаларҙы тикшереп, санитар ҡануниәт һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса ҡануниәт талаптарын боҙоу осраҡтарын асыҡланы.  

Тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә асыҡланған хоҡуҡ боҙоуҙарҙы бөтөрөүгә 21 күрһәтмә бирелде, 191,7 мең һум суммаға 78 штраф һалынды .