4 декабрь, Йәкшәмбе

06 апрель 2010 йыл, 9:58

"Вся Уфа" телеканалында ғәжәп шәп каникулдар

автор: Юлай Мәғсүмов

Өфөнөң ике балалар йорто тәрбиәләнеүселәре “Монте-Кристо" мюзиклын ҡарарға Мәскәүгә юллана. Уларға бындай мөмкинлекте «Вся Уфа» телекомпанияһы менән билдәле алып барыусы Сергей Майоровтың берлектәге проекты бүләк итә.

«Иҫ киткес каникулдар» проекты сиктәрендә  3-сы ҡала балалар йорто менән Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се Башҡорт республика балалар йорто тәрбиәләнеүселәре араһында ижади конкурс үтте. Был конкурсҡа әҙерлек сифатында мастер-кластар ойошторолдо: дизайн өлкәһендә белгестәр һәм профессиональ бейеүселәр балаларҙы оҫталыҡтары нигеҙҙәренә өйрәтте.

Конкурс финалы булған бал-маскарад 4 апрелдә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ойошторолдо. Ҡатнашыусылар жюриға үҙ ҡулдары менән эшләгән тарихи костюмдарҙы, корабль моделдәрен тәҡдим итте, викторина һорауҙарына яуап биреп, Александр Дюманың «Граф Монте-Кристо» романын белеүҙәрен күрһәтте. Ә боронғо бейеү падеграсты башҡарыуға конкурс ҡатнашыусыларҙың хореографик һәләттәрен баһаларға мөмкинлек бирҙе.  

Ижади ярыш йомғаҡтары буйынса 15 еңеүсе Мәскәүгә барырға мөмкинлек алды. Унда улар Анимация музейын, Оперетта театрын күрәсәк, театрҙа балаларға актерлыҡ оҫталығы дәресе бирелгәс, улар билдәле «Граф Монте-Кристо» мюзиклын ҡараясаҡ.

Хәйер, конкурста еңелгәндәр юҡ: өйҙә ҡалғандарға ла бүләктәр әҙерләнгән, улар йәнә «Голубая камея» мюзиклын ҡарап ҡыуанасаҡ.

Проекттың телевизион версияһы «Вся Уфа» каналында 2010 йылдың 26 апрелендә старт ала.