Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51 ↓

EUR 67.89 ↑

21 октябрь, Шәмбе

Уфа   °

Ишембай трикотаж изделиелар фабрикаһы балаларҙы кейендерә

Иҡтисад

Йәйге миҙгелгә «Ишембай трикотаж изделиелар фабрикаһы» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте кейемдең яңы коллекцияһын әҙерләне. «Башинформ» агентлығына предприятиеның баш технологы Ольга Кузнецованың хәбәр итеүенсә, фабрика продукцияһының 60 проценты мәктәпкәсә һәм мәктәп йәшендәге балаларға тәғәйенләнгән. Быға маркетинг нигеҙ бар.

— Йәйге осорҙа балалар кейеменә һорау арта, — ти Ольга Кузнецова. – «Яҙ-йәй – 2010» миҙгеленә 20 модель сығарыла. Яңы коллекциянан элеккесә эске кейем линияһын, эске күлдәктәрҙе, пижамаларҙы билдәләргә мөмкин. Былар барыһы ла – йөҙ процент мамыҡтан етештерелгән экологик кейем. Өҫкө кейемдән джемперҙар, водолазкалар айырым урын алып тора. Улар төрлөсә биҙәлә, принттар ҡулланыла.

Йәйге миҙгелгә Ишембай фабрикаһы моделдәр конструкцияһына яңылыҡ индерҙе. Әгәр бығаса ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн бер төрлө кейем әҙерләнһә, хәҙер улар һәр енес өсөн айырым етештерелә.

Фабрика ассортименты айына өс тапҡыр яңыртыла. Әлеге ваҡытта мәктәп формаһы өҫтөндә эшләйҙәр. Ул да йөҙ процент мамыҡтан торасаҡ. Мәктәп униформаһының төҫтәр гаммаһына килгәндә, классик аҡ һәм ҡара төҫтәр күк, алһыу һәм башҡаларға урын бирәсәк. Мәктәп формаһы менән бергә Ишембай модельерҙары спортзалдарҙа кейеү өсөн комплекттар ҙа етештерә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть