Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.27 ↓

EUR 67.35 ↑

19 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

«Янғантау» шифаханаһына йәнә бер награда

Йәмғиәт

Екатеринбургта «Урал туризмы индустрияһы: дауаланыу һәм ял» халыҡ-ара күргәҙмәһендә «Янғантау» шифаханаһының уңышлы презентацияһы үтте. Салауат районы ынйыһының күләмле һәм бай мәғлүмәтле экспозицияһы күргәҙмәлә ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы шифахана-курорт дауалауы өлкәһендә сифаттың юғары халыҡ-ара стандарттарына таянып, ҡунаҡсыллыҡ йолалары нигеҙендә эшләүе менән билдәле шифахананың уңыштары менән таныштырҙы.  

Күргәҙмәлә ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтарҙа «Янғантау» ижади коллективының сығышы сағыу тәьҫораттар ҡалдырҙы, үҙҙәре етештергән продукция ассортименты ла хайран итте. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса «Янғантау» курорты «Күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең юғары кимәле һәм күргәҙмә эшенә креатив ҡарашы өсөн» Гран-при менән билдәләнде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть