Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы - 2010» республика конкурсы старт алды

Йәмғиәт

Өфөлә, Профсоюздар Йортонда, иҫәбе буйынса 20-се юбилейлы «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы — 2010» педагогик оҫталыҡ конкурсы старт алды. Башҡортостандың бар райондары һәм ҡалаларынан килгән 127 уҡытыусыны төрлө конкурс сараларынан, тәжрибә уртаҡлашыуҙан һәм ҡыҙыҡлы мәҙәни программанан торған туғыҙ көн көтә.

Йыл һайын үтеүсе һөнәри смотр сиктәрендә йәнә ике педагогик ярыш ойошторола: «Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» һәм «Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» конкурстары.

Педагогтарҙы сәләмләп, БР Мәғариф министры Зиннәт Аллаяров, Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин сығыш яһаны.

Быйылғы конкурста ҡатнашыусыларҙың әҙерлек кимәле, йәше, тәжрибәһе, педагогик белгеслеге төрлөсә, әммә уларҙы яҡшыраҡ булырға ынтылыу, квалификация күтәреү, заман менән бергә атлау теләге берләштерә.

Туғыҙ көн дауамында Башҡортостандың иң яҡшы уҡытыусылары исеменә дәғүә итеүселәргә баһалама ағзаларына һәм хеҙмәттәштәренә үҙҙәренең педагогик кредоһын иҫбатларға, эш тәжрибәһен күрһәтергә һәм таныш булмаған кластарҙа асыҡ дәрестәр үткәрергә кәрәк буласаҡ.

Инновацион педагогик проекты менән таныштырыу, коллектив визитка конкурсы, асыҡ дәрестәр һәм эшеңде анализлау, класс сәғәттәре – был тәүге тур һынауҙары.

Икенсе турға һәр конкурстан 15 ярымфиналсы сыға. Уларға мастер-класс күрһәтергә, халыҡ алдында лекция уҡырға һәм бәхәстәрҙә ҡатнашырға тура киләсәк.

Сараны ябыу һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 13 апрелдә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театрында үтәсәк.

Абсолют еңеүсе «Рәсәйҙең йыл уҡытыусыһы – 2011» бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.

Теги: мәғариф
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть