11 декабрь, Йәкшәмбе

05 апрель 2010 йыл, 13:38

Майҙа Өфөлә интеллектуаль милек проблемалары буйынса халыҡ-ара конференция үтәсәк

автор: Эльвира Латипова

20-21 майҙа Өфөлә VI «Интеллектуаль эшмәкәрлек һөҙөмтәләрен коммерциалаштырыу һәм хоҡуҡтарын һаҡлау буйынса мөһим мәсьәләләр» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы үтәсәк.

«Баштехинформ» республика фәнни-технологик һәм мәғлүмәт комплексынан хәбәр итеүҙәренсә, пленар ултырышта АҠШ-тың Сәнәғәт милке һәм патент ведомствоһы федераль институты белгестәре сығыш яһаясаҡ. Конференцияла ҡатнашыусылар авторлыҡ хоҡуғы һәм патент объекттары хоҡуғын халыҡ-ара һаҡлау кеүек көнүҙәк мәсьәләләрҙе, интеллектуаль эшмәкәрлек һөҙөмтәләрен граждандар ҡулланылышына индереүҙең юридик һәм иҡтисади аспекттарын, авторлыҡ һәм патент хоҡуғы өлкәһендә суд-арбитраж практикаһын тикшерәсәк.  

Секцион ултырыштар ике темаға арнала: «интеллектуаль милек» һәм «инновациялар һәм технологиялар».

Конференцияға ойошма, сәнәғәт предприятиелары, академик, проект, фәнни-тикшеренеү институттары, юғары уҡыу йорттары, конструкторлыҡ бюроһы етәкселәре һәм әйҙәүсе белгестәре, шулай уҡ  бәләкәй һәм урта предприятиелар етәкселәре саҡырыла.

Ғилми-ғәмәли конференция БР Фәндәр академияһының “Баштехинформ” республика фәнни-технологик һәм мәғлүмәт комплексында үтәсәк.