Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.71 ↓

EUR 63.36 ↑

30 май, Шишәмбе

Уфа   °

6-8 апрелдә башҡорт парламенты комитеттары ултырыштары үтә

Сәйәсәт

Был аҙнала республика парламенты – Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың бар ете комитетының да ултырыштары үтә.

6 апрелдә 14 сәғәт 30 минутта — урындағы үҙидара һәм йәмәғәт берекмәләре буйынса комитеттың, ә сәғәт 16-ла дәүләт төҙөлөшө буйынса комитеттың ултырыштары үтә.

7 апрелдә өс комитеттың ултырыштары ойошторола: иртәнге сәғәт 10-да —социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеттыҡы, 11-ҙә – аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса, 14.30 — сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеттыҡы.

8 апрелдә сәғәт 10-да бюджет, һалым, финанс һәм милек мәсьәләләре буйынса комитет ултырышы үткәрелә, сәғәт 16-ла – мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет йыйыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть