Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы “Иң яҡшы башҡорт сайты”на конкурс иғлан итте

Сәйәсәт

Йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)” “Иң яҡшы башҡорт сайты” тип аталған яңы конкурс иғлан итә. Сарала республиканың башҡорт телендә эшләп килгән барлыҡ сайттары ҡатнаша ала. Йүнәлеше, йөкмәткеһе, идеяһы – һеҙҙең ихтыярҙа.

Башҡорт интернет-ресурстарын бер урынға туплау ниәтендә үткәрелгән конкурс Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арнала. Ул 2010 йылдың мартынан июнь айына тиклем барасаҡ. Артабан был “көс һынашыу яланы” башҡорт сайттары базаһы булып ҡаласаҡ. Башҡорт интернет-ресурстары йылъяҙмаһынан ситтә ҡалмағыҙ! Тарихҡа үҙ исемегеҙҙе яҙып ҡалдырырға ашығығыҙ!

Тулыраҡ мәғлүмәт –  www.msoowkb.ru Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сайтында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть