6 декабрь, Шишәмбе

05 апрель 2010 йыл, 11:40

«Салауат Юлаев»: Ҡазанда еңеүҙәр кәрәк!

автор: Дмитрий Слезин

Дүшәмбе, 5 апрелдә, Ҡазанда Континенталь хоккей лигаһының Көнсығыш конференцияһында плей-офф серияһы финалында өсөнсө матч үтә. Урындағы «аҡ барыҫтар» Өфөнөң «Салауат Юлаев»ын ҡабул итә. Уйын Мәскәү ваҡыты менән 19 сәғәттә башлана.

Әлегә дүрт еңеүгә тиклем барған алыштарҙа иҫәп “Аҡ барс” файҙаһына 2:0, Өфөлә ҡазанлылар КХЛ регуляр чемпионаты еңеүсеһен ике тапҡыр отто -  4:3 һәм 2:1 (овертаймда). Өфөгә «Салауат» серияла өмөт менән (2:2 йәки 1:3 иҫәбе менән), йәки йәйге отпускыға әҙерләнеп ҡайтасаҡ (0:4).

Көнбайыш конференцияла ХК МВД (Балашиха) элгәре Ярославлдә «Локомотив»ты еңде — 6:4 һәм серияла иҫәп буйынса алда бара  2:1.