3 декабрь, Шәмбе

05 апрель 2010 йыл, 10:41

Өфөлә Хәзит Дауытов мемориалы старт алды

автор: Ирек Мөхәмәҙиев | фото: Ирек Мөхәмәҙиев

Классик шахмат буйынса Өфөлә Хәзит Дауытов мемориалы старт алды. Республика балалар-үҫмерҙәр шахмат мәктәбендә үткән турнирҙы Өфөнөң Шахмат федерацияһы ойошторҙо.

Мемориалды асыу тантанаһында билдәле тренерҙың уҡыусылары Фәрит

Кәримов менән Карина Әхмәтова остаздары хаҡында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты һәм уның тормош юлын хәтергә төшөрҙө.

Хәзит Дауытов уҙған быуаттың 80-се йылдарынан алып ғүмере аҙағынаса үҫмерҙәр уҡытҡан. Уның I Өфө политология гимназияһы тәрбиәләнеүселәренән торған командаһы ҡала һәм республика конкурстарында оҙаҡ йылдар Республика балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе командаһы менән бер тигеҙ һөҙөмтәләр күрһәткән, ә улы Рөстәм Башҡортостанда беренсе булып халыҡ-ара гроссмейстер исемен яулаған һәм Германияла чемпион булған. Ҡаҙаныштарын танып, Өфө шахмат берләшмәһе йыл һайын уның иҫтәлегенә турнир ойоштора, бындай тәүге турнир 2000 йылдың июнендә үткәйне.

Әгәр уҙған йылда рейтинг турнирында Өфөнән 29 сатрашсы ҡатнашһа, быйыл 43 спортсы көсөн һынап ҡарарға теләк белдергән. Мемориал швейцар системаһы буйынса туғыҙ турҙа үтә һәм 11 апрелдә тамамлана. Йыйылған мәрәйҙәре буйынса, ә мәрәйҙәр һаны тигеҙ булғанда — башҡа төрлө өҫтәмә күрһәткестәр буйынса билдәләнгән еңеүсегә һәм приз алыусыларға грамоталар, ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ.

темалар: сатраш