Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

27 март, Дүшәмбе

Уфа   °

Ҡотҡарыу хеҙмәте хәбәр итә

Йәмғиәт

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған тәүлектә республикала 12 янғын сыҡҡан. Ут менән бәйле ваҡиғалар Өфөнөң Октябрьский һәм Совет районында, Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында, шулай уҡ Туймазы, Ғафури, Күгәрсен, Бәләбәй, Көйөргәҙе, Балаҡатай һәм Ауырғазы райондарында күҙәтелгән.

Яҡынса зыян 610 мең һум тәшкил иткән. 3 миллион 560 мең һумлыҡ матди байлыҡ ҡотҡарылған. Янғындарҙы һүндереүгә янғын һүндереүселәр составынан 64 кеше һәм 24 махсус техника берәмеге йәлеп ителгән.

Республиканың һыу объекттарында тәүлек эсендә ғәҙәттән тыш ваҡиғалар күҙәтелмәгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть