10 декабрь, Шәмбе

05 апрель 2010 йыл, 10:23

Боровиктың өс Рәсәй “алтын”ы

автор: Дмитрий Слезин

Мәскәү өлкәһендә ишетеү буйынса спортсы-инвалидтар араһында йөҙөү буйынса Рәсәй чемпионаты үтте. БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы рәсми сайты хәбәр итеүенсә, Башҡортостан йөҙөүсеһе Вадим Боровик өс алтын миҙал яуланы. Ул ирекле стилдә 50 метрлыҡ, баттерфляй менән 50 метрлыҡ дистанцияларҙа, шулай уҡ ҡатнаш стилдә 100-әр метрлыҡ 4 эстафетала иң яҡшы һөҙөмтәгә өлгәште.