7 декабрь, Шаршамбы

05 апрель 2010 йыл, 10:17

Өфөлө Раянова көмөш миҙал алды

автор: Дмитрий Слезин

Терсколдә (Ҡабарҙы-Балҡар) тау саңғыһы спорты буйынса Рәсәй чемпионатының сираттағы ярыш көнө тамамланды. Суперкомбинацияла ҡатын-ҡыҙҙар араһында еңеүҙе Елена Простева яуланы, был ярыштарҙа ул өсөнсө алтын миҙал яулай. (еңеүсенең ваҡыты — 2.13,53).

«Көмөш»  суперкомбинацияла өфөлө Ләйсән Раяновала, уның ваҡыты -  2.14,32.