10 декабрь, Шәмбе

05 апрель 2010 йыл, 10:11

Октябрьскиҙа янғын хәүефһеҙлеге айлығы башланды

автор: Сергей Захаров

Йылы көндәр етеү менән янғын хәүефе арта. Усаҡтар яғыу, сүп-сар йәки ҡороған үлән яғыу янғындар иҫәбе артыуына килтерә.

Профилактик сара сифатында Октябрьский ҡалаһында яғын хәүефһеҙлеге айлығы иғлан ителгән. Раҫланған план буйынса урман янғындарын һүндереүҙә йәлеп ителеүсе әмәлдәр һәм көстәрҙе тикшереү үткәреләсәк, ойошма һәм предприятие биләмәләрен сүп-сар һәм ҡоро үләндән таҙартыу, халыҡҡа аңлатыу эштәрен алып барыу һәм яҙғы-йәйге миҙгелдә янғын хәүефһеҙлеге торошон тотороҡло һаҡлауға йүнәлтелгән башҡа төрлө саралар ойоштороласаҡ.

Янғын хәүефһеҙлеге буйынса ҡала гарнизоны хәбәр итеүенсә, Октябрьскиҙа янғындар артыуы күҙәтелә. Мейес ҡорамалдарынын ҡоролошон һәм файҙаланыу ҡағиҙәләрен боҙоу, ут менән һаҡһыҙ эш итеү, электр ҡорамалдарының төҙөк булмауы төп сәбәптәрҙән һанала.