10 декабрь, Шәмбе

05 апрель 2010 йыл, 10:02

Владимир Спиваковтың хәйриә фонды филиалы "Балалар балаларға" программаһын тормошҡа ашыра

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостанда "Балалар балаларға" хәйриә программаһын тормошҡа ашырыуға тотондолар. Уның сиктәрендә йәш музыканттар һәм бейеүселәр ай һайын балалар йорттарынан үҙ тиҫтерҙәре алдында сығыш яһаясаҡ.

Концерттар Өфө балалар йорттарында һәм концерт залдарында ойоштороласаҡ. Бынан тыш, балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр Өфөнән, Стәрлетамаҡтан, Күмертауҙан һәм башҡа ҡалаларҙан йәш таланттарҙың концерттарына ла саҡырыласаҡ.

"Балалар балаларға" программаһы сиктәрендә беренсе концерт бөгөн үк Өфөнөң 1-се Балалар йортонда үтәсәк. Унда 2-се Балалар музыка мәктәбенән йәш музыканттар ҡатнашасаҡ. Ощонда уҡ мәктәптең художество бүлеге уҡыусылары төшөргән һүрәттәрҙән күргәҙмә ойоштороласаҡ.

Башҡортостанда был программаны Владимир Спиваковтың Халыҡ-ара хәйриә фонды филиалы тормошҡа ашыра һәм ул Башҡортостандың Мәҙәниәт һәм милли мәҙәниәт министрлығы тарафынан хуплана. "Балалар балаларға" программаһы күп йылдар элек ойошторолған, ул Мәскәүҙә һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә билдәле.