Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостан дзюдосылары донъя чемпионаты миҙалдары менән

Йәмғиәт

Төркиәнең Анталияһында күреү һәләте буйынса инвалид спортсылар араһында донъя чемпионаты тамамланды.  

БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығының рәсми сайты хәбәр итеүенсә, Рәсәй йыйылма командаһында, 90 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында сығыш яһаған Башҡортостан спортсыһы, атҡаҙанған спорт мастеры Олег Крецул беренсе урын яулаған.

Команда иҫәбе буйынса Рәсәй йыйылма командаһы икенсе урында, уның составында Башҡортостан вәкиле Константин Капитонов та көрәшкән (100 килограмға тиклем).

Йәнә бер яҡташыбыҙ Оксана Новокшенова (63 килограмға тиклем ауырлыҡ категорияһында) турнирҙа дөйөм команда иҫәбе буйынса өсөнсө урын алған ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы составында ярышҡан.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть