10 декабрь, Шәмбе

02 апрель 2010 йыл, 17:42

«Китап» нәшриәтендә "Тыл геройҙары" серияһының йәнә өс томы донъя күрҙе

автор: Любовь Колоколова

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡорт “Китап” нәшриәтендә “Тыл геройҙары” серияһында йәнә өс том донъя күрҙе – 17-се, 18-се һәм 19-сы. Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығын билдәләүгә ҡарата “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән Башҡортостан халҡы исемлеге ингән 20 томлыҡ сығарылыуы көтөлә.  

«Китап» нәшриәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 17-се томға Шишмә, Шаран, Яңауыл райондары һәм БР буйынса Эске эштәр министрлығының тыл хеҙмәтсәндәре хаҡында мәғлүмәттәр ингән. 18-се һәм 19-сы томдарҙа Өфөнөң Дим, Ленин, Октябрь, Калинин райондары тыл геройҙары тураһында мәғлүмәт бирелә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Тыл геройҙары” серияһы үҙ-үҙен аямай хеҙмәт итеүе менән фашистар Германияһын Еңеүгә булышлыҡ иткән тыл хеҙмәтсәндәре исемен мәңгеләштереү ниәтенән нәшер ителә. Миҙал менән бүләкләнгән тыл хеҙмәтсәндәре исемлеге Башҡортостандың район һәм ҡалаларын алфавит тәртибендә урынлаштырыуға бәйле төҙөлгән. Ҡыҫҡаса биографик белешмәлә тыуған йылы, йәшәгән урыны һәм бүләкләнгән ваҡытта биләгән вазифаһы күрһәтелгән.

Һәр китап 2500 дана менән, ҡаты тышлыҡта сыға. Китаптарҙы Китап нәшриәте магазиндарында һатып алырға мөмкин.

темалар: нәшер