4 декабрь, Йәкшәмбе

02 апрель 2010 йыл, 17:35

Майҙа Өфө районында газосиликат блоктар производствоһы асыласаҡ

автор: Ғәлиә Нәбиева, Эльвира Латыпова

Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев һәм Рәсәй төбәктәр үҫеше министры Виктор Басаргин Өфө районындағы тимер-бетон изделиелар һәм газосиликат блоктар етештереү комбинатына барҙы.

Әлеге ваҡытта комбинатта икенсе сират – газосиликат блоктар етештереү цехы төҙөлә. Был Башҡортостанда ошондай продукция етештереүсе тәүге сәнәғәт производствоһы буласаҡ. Яңы предприятиеның баҙар перспективалары ярайһы уҡ ҙур. Башҡортостанда – Рәсәйҙең башҡа күп кенә төбәктәрендәге кеүек – аҙ ҡатлы төҙөлөш әүҙем үҫешә. Газосиликат блоктар индивидуаль йорттар өсөн бик яҡшы төҙөлөш материалы булып тора. Был аҙ ҡатлы төҙөлөш буйынса Бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә ҡатнашҡан комбинат ҡунаҡтарының иғтибарын йәлеп итте лә инде.

«Главбашстрой» төҙөлөш заказсыһы-компанияның баш инженеры Марат Шәйхетдинов хәбәр итеүенсә, майҙа яңы цех эш башларға тейеш. Хәҙер ҡорамалдарҙы монтажлау бара – уның етештереү ҡеүәте йылына 230 мең кубометр продукция тәшкил итәсәк.

Ә комбинаттың беренсе сираты 2008 йылда сафҡа индерелгәйне. Был йылына 200 мең кубометр ҡеүәт менән тимер-бетон изделиелар етештереү цехы. Бында 30 кеше эшләй. Икенсе сират сафҡа индерелгәс, эш урындары һаны 200-гә тиклем артасаҡ.

Комбинаттағы бөтә ҡорамалдар – сит илдеке: Германия, Бельгия, Даниянан.

Бөтә инвестициялар күләме 2,5 миллиард һум тәшкил итте.

Ҡунаҡтар тимер-бетон плиталар һәм блоктар етештереү процесы менән танышты, төҙөлөп ятҡан цехты ҡараны. Төбәктәр үҫеше министрлығы башлығы әҙер продукция хаҡы һәм сеймал менән ҡыҙыҡһынды. Әйтергә кәрәк, был беҙҙең тимер-бетон изделиеларыбыҙҙың мөһим өҫтөнлөгө. Урындағы сеймал файҙаланыла. Тимәк, үҙҡиммәт тә күп конкуренттарҙыҡынан кәмерәк килеп сыға. Башҡортостан продукцияһы, хатта алып барыу хаҡы менән бергә, Мәскәүҙекенән арзаныраҡҡа төшә. Шуға күрә заказдарҙың өҙлөкһөҙ килеүе ғәжәп түгел.

Виктор Басаргин, Башҡортостанда аҙ ҡатлы төҙөлөш өлкәһендә тулы производство сылбыры булдырылған: сеймалды республикала табалар, ошонда уҡ унан бөтә кәрәкле материалдар әҙерләйҙәр һәм сифатлы торлаҡ төҙөйҙәр, тип билдәләне. Һәм быға «Үҙ йортом» республика  программаһы булышлыҡ итә.

темалар: төҙөлөш