10 декабрь, Шәмбе

02 апрель 2010 йыл, 17:21

Аҙ ҡатлы йорт төҙөлөшөнә өлгө ҡағиҙәләр һәм дизайнерҙарса ҡараш кәрәк

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Шәхси йорттарҙа йәшәү мәҙәниәтен булдырырға кәрәк. Шундай белдереү яһаны «Рәсәй терәге» президиумы ағзаһы Евгений Шлеменков Өфөлә барған Аҙ ҡатлы йорт төҙөлөшө буйынса бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә.  

— Үкенескә күрә, илебеҙ граждандары шәхси секторҙа йәшәргә өйрәтелмәгән, — тине ул. – Был бик йыш үҙ белдеклеге менән ҡойма ҡуйыуға, ер участкаһы территорияһында өҫтәмә биналар төҙөлөшөнә һәм башҡаларға килтерә. Шуға күрә фатирҙарҙағы ҡәтғи талаптар кеүек шәхси йорттарҙа йәшәү өсөн өлгө ҡағиҙәләр ҡабул итергә кәрәк.

Евгений Шлеменков аҙ ҡатлы йорттар төҙөлөшөндәге йәнә бер проблеманы – проекттарҙың бер типта булыуын билдәләне.

— Эконом класындағы торлаҡ минималләштерелгән һәм күңелһеҙ булырға тейеш, тигәнде аңлатмай,  — тип иҫәпләй «Рәсәй терәге» президиумы ағзаһы. – Профессиональ архитекторҙарҙы күберәк йәлеп итергә кәрәк. Хаҡын арттырмайынса ла, йорттарҙы уңайлыраҡ һәм төрлөрәк итергә мөмкин.