9 декабрь, Йома

03 апрель 2010 йыл, 18:20

Изге байрам менән!

автор: “Башинформ”

Православие христиандары 3 апрелдә үҙҙәренең изге байрамдары – Пасханы билдәләй. Шул айҡанлы Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов республика христиандарын дини байрамдары менән ҡотланы.

Ҡотлауҙа шулай тиелә:

“Башҡортостан Республикаһының хөрмәтле православие христиандары! Һеҙҙе бөйөк христиан байрамы – Изге Пасха менән ихлас ҡотлайым!

Христостың ҡайтанан терелеү көнө, Православие сиркәүенең төп байрамы, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәргә тоғролоҡто символлаштыра. Ул һәр ваҡыт яҡын кешеңә ихтирам, шәфҡәтлелек һәм мәрхәмәтлелек, ғәҙеллек һәм эш һөйөүсәнлек менән ассоциациялаша.

Бөгөн төбәгебеҙҙәге традицион диндәр йәмғиәтте рухи тергеҙеүҙә мөһим роль уйнауы, граждандар араһында тыныслыҡты һәм татыулыҡты нығытыуға әүҙем булышлыҡ итеүе ҡыуандыра. Улар таратҡан идеалдар йәмғиәттең рухи нигеҙҙәрен, хәйриә һәм изгелек, кешеләрҙең әхлаҡи яҡтан күтәрелеүе һәм сафланыуы традицияларын нығытыуға булышлыҡ итә.

Башҡортостанда диндарҙарҙың ихтыяждарына ҙур иғтибар менән ҡарайҙар. Беҙ артабан да төбәгебеҙ һәм бөтә ил яҙмышы менән айырылғыһыҙ бәйләнгән конфессияларҙың эшмәкәрлеге өсөн уңайлы шарттар булдырыуға булышлыҡ итәсәкбеҙ.

Һеҙҙе изге Пасха менән ҡотлап, был ышаныс һәм тормоштоң тантана итеү байрамы һеҙгә яңы көс бирер, бик күп изге эштәргә илһамландырыр, тип ышанам.

Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов”.