Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Мортаза Рәхимов: Биш йылда республикала 10 меңдән ашыу йорт төҙөргә мөмкин

Иҡтисад

Аҙ ҡатлы төҙөлөштө үҫтереү программаһы буйынса Башҡортостанда биш йылда 10 мең йорт төҙөргә планлаштырылған. Был ғәмәлгә ашырырлыҡ. Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов Өфөнөң Конгресс-холында барған «Аҙ ҡатлы төҙөлөштө үҫтереү: төбәк тәжрибәһе, дәртләндереү механизмдары, энергия һөҙөмтәлелеген күтәреү» бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә шулай тип белдерҙе.

— Тырышҡанда күберәк тә төҙөргә мөмкин, — ти республика башлығы. – Бөгөнгө көнгә “Үҙ йортом” программаһы буйынса торлаҡ алырға теләүселәрҙән 6 мең ғариза ҡабул ителгән. Беҙҙең бурыс һәр кемдең торлаҡ майҙаны һатып ала алыуын тәьмин итеүгә ҡайтып ҡала.

Президент әйтеүенсә, Башҡортостанда аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүҙә тағы бер мөһим момент булып ауылға ярҙам итеүгә баҫым яһау тора.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть