6 декабрь, Шишәмбе

02 апрель 2010 йыл, 15:54

Башкортостан аҙ ҡатлы төҙөлөштө үҫтереүгә өҫтәмә инвестициялар аласаҡ

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Башҡортостан Республикаһы торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фондына өҫтәмә инвестицияларға заявка биргән субъекттар исемлегенә эләгә. Был турала Фондтың генераль директоры Константин Цицин хәбәр итте.

— Сөнки Башҡортостан Фондтан элек алған ете миллиард һум күләмендәге үҙ лимитын бөтөрҙө, — тине ул Өфөлә барған Бөтә Рәсәй аҙ ҡатлы төҙөлөштө үҫтереү буйынса кәңәшмәһендә. – Республика программаның бөтә шарттарын ваҡытында үтәне, шуға күрә беҙ уға өҫтәмә средстволар бирәбеҙ. Күләме яҡын араларҙа билдәләнәсәк. Ул миллиард һумдан кәм булмаясаҡ.      

Бынан тыш, Башҡортостан Республикаһы РФ Инвестиция фондына 289 миллиард һумға заявка бирҙе. Илдең башҡа төбәктәре араһында был иң ҙур заявкаларҙың береһе. Был турала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев хәбәр итте.

—Рәсәйҙең төҙөлөш материалдары етештереү предприятиелары үҫешкән субъекттары Инвестфонд средстволарына иҫәп тота ала, — ти Премьер-министр. – Етмәһә, Башҡортостан аҙ ҡатлы төҙөлөштө үҫтереү программаһы буйынса төҙөлөш участкаларында инженер инфраструктураларын үҫтереүгә тәүгеләрҙән булып йөҙ миллиард һум аҡса алған бик аҙ төбәктәрҙең береһе.