3 декабрь, Шәмбе

02 апрель 2010 йыл, 15:15

«Салауатнефтеоргсинтез»дың генераль директоры Дамир Шәүәлиев менән осрашыу

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов «Салауатнефтеоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Дамир Шәүәлиев менән эш осрашыуы үткәрҙе.

Осрашыуҙа предприятиеның 2010 йылдың беренсе кварталындағы эшмәкәрлеге йомғаҡтары, компанияның инвестицион программаһын тормошҡа ашырыу барышы һәм башҡа мөһим мәсьәләләр ҡаралды.

Дамир Шәүәлиевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, бизнес-процестарҙы модернизациялау һөҙөмтәһендә «Салауатнефтеоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәте продукция етештереү күләмен 2009 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 23 процентҡа арттырған. 2010 йылдың ике айында предприятие 500 миллион һум күләмендә саф килем алған. Йәмғиәттең генераль директоры шулай уҡ Президентҡа түбән баҫымлы полиэтилендың тәүге партияһын алыу һәм карбамид грануляцияһы ҡоролмаһын төҙөү барышы тураһында хәбәр итте.

Бынан тыш, «Салауатнефтеоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Башҡортостан ауыл хужалығы етештереүселәренә ярҙам итеү буйынса республика программаһын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыуы мәсьәләһе лә ҡаралды. Дамир Шәүәлиев Мортаза Рәхимовты, предприятие агросәнәғәт комплексы компанияларын минераль ашламалар менән кәрәкле күләмдә һәм күрһәтелгән ваҡытҡа тәьмин итәсәк, тип ышандырҙы.