5 декабрь, Дүшәмбе

03 апрель 2010 йыл, 15:26

Геологтар көнө менән!

автор: “Башинформ”

Республика геология хеҙмәтенең хөрмәтле хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Геологтар көнө менән ихлас ҡотлайым!

Геологтар, геофизиктар, таусылар, гидрогеологтар, быраулаусыларҙың фиҙакәр хеҙмәте файҙалы ҡаҙылмаларға бай булған төбәгебеҙ өсөн  ҙур әһәмиәткә эйә. Бында өс меңдән ашыу ятҡылыҡ, 60-тан ашыу минераль сеймал тикшерелгән дә инде. Һәм был ҡеүәтле минераль-сеймал базаһы булдырырға, республиканың тотороҡло социаль-иҡтисади үҫешен тәьмин итергә булышлыҡ итте.

Башҡортостандың ер аҫты байлыҡтарын өйрәнеүҙә ҙур уңыштарға өлгәшелде, әммә уның «тәбиғи хазиналары» тулыһынса асылып бөтмәгән әле. Иҡтисад үҫеше булған запастарҙы рациональ файҙаланыуҙы, яңы ятҡылыҡтар асыуҙы һәм тикшерелгән файҙалы ҡаҙылма байлыҡтар күләмдәрен арттырыуҙы талап итә.

Һеҙ был яуаплы бурыстарҙы уңышлы атҡарып сығырһығыҙ, Башҡортостандың минераль-сеймал потенциалын артабан нығытыуға лайыҡлы өлөш индерерһегеҙ, тип ышанам.

Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм бәхет, тыуған республикабыҙ һәм бөтә Рәсәй файҙаһына яңынан-яңы хеҙмәт ҡаҙаныштары теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов.