10 декабрь, Шәмбе

02 апрель 2010 йыл, 11:55

Марий Иленән парламентарийҙар Башҡортостандан коллегаларының тәжрибәһен өйрәнә

автор: Николай Ермоленко

1 апрелдә БР Дәүләт Йыйылышы йортонда Марий Иле Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәсми делегацияһының Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рафаил Зинуров менән осрашыуы үткәрелде. Унда Башҡортостан парламентының өс даими комитеты рәйестәре һәм БР Дәүләт Йыйылышы Секретариаты хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Ҡунаҡтарҙы республика парламенты структураһы, эш принциптары, республиканың социаль-иҡтисади хәле менән таныштырып, Рафаил Зинуров Башҡортостанда мари халҡының (һуңғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса республикала 105 829 мари иҫәпләнә) нисек йәшәүе, Башҡортостан менән Марий Иле республикалары, шулай уҡ Башҡортостандың мариҙар тупланып йәшәгән райондары менән Марий Иле Республикаһы райондары араһындағы бәйләнештәр хаҡында һөйләне. Башҡортостанда 100 мәктәптә уҡытыу мари телендә алып барылыуы, милләте буйынса мари Кирилл Михайловтың,  Рәсәйгә һәм Башҡортостанға өс алтын һәм ике көмөш миҙал килтереп, ҡышҡы Паралимпия уйындары геройҙарының береһе булыуы ғорурланып билдәләнде.

Марий Иле Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайы Рәйесе урынбаҫары Ольга Цветкова, рәсми делегация ағзалары менән таныштырып, ә улар араһында медиктар күп булып сыҡты, үҙ республикаһы парламенты тураһында мәғлүмәттәр килтерҙе (баҡһаң, ул Башҡортостан парламентынан бер йылға өлкәнерәк икән, былтыр 15 йыллығын билдәләгәндәр). Уның ҡарауы, Марий Иле Республикаһы ҡануниәт власына ни бары 70 йыл – Башҡортостандыҡынан ике тиҫтә йылға кәмерәк.

Ольга Цветкова, ҡунаҡтарға тәҡдим ителгән программа яҡшы һөҙөмтәләр бирер, тигән ышаныс белдерҙе. Ул ҡануниәт эшмәкәрлегенең өр-яңы ҡаҙаныштарын өйрәнеү генә түгел, Бащҡортостанда кешеләрҙең нисек йәшәүен күрергә лә теләүҙәрен белдерҙе. Һуңынан иҫтәлекле бүләктәр һәм сувенирҙар менән алмаштылар, рәхмәт хаттары тапшырылды.

Бөгөн Марий Иле Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәсми делегацияһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Советында, “Аҡбуҙат” ипподромында, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Этнологик тикшеренеүҙәр үҙәгендә, “Ҡунаҡхана” сауҙа комплексында, “Алексеевка” совхозында буласаҡ, Алексеевка ауыл Советының һәм «Алексеевка» совхозы” дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһының социаль объекттары менән танышасаҡ, һуңынан Мишкә районына барасаҡ.

Шәмбе көнө ҡунаҡтар Илеш районына килеп, төштән һуң ҡайтып китәсәк.